Һөйәк керамик имплантын эшләү өсөн КТ томография яһала. Заманса һанлы технологиялар һәм аддитив производство, йәки 3 Д принтер ярҙамында баҫыла. Бөтә һынауҙар төбәк етәксеһе грантына Башҡорт дәүләт медицина университетында булдырылған Алдынғы биомедицина технологиялары лабораторияһында үтә. Бында керамик материалдар етештерелеп һынала. Һанлы моделдәр һәм компьютер ярҙамында уның тән туҡымаларына тәьҫире ҡарала. Лаборатория хеҙмәткәрҙәре травматологияла ҡулланыу өсөн төрлө ҡулайламалар ҙа етештерә.
https://bash.news/bash/news/190908-titan-protez-urynyna-keramika