Размер:
AAA
Цвет: CCC
Изображения Вкл.Выкл.
Обычная версия сайта
RU  EN 

Показать на карте

Титан протез урынына - керамика


Башҡорт дәүләт медицина университетының халыҡ-ара ғилми-тикшеренеү төркөмө, Сколков институты, Өфө фән һәм технологиялар университеты менән берлектә һөйәк биокерамика импланты уйлап тапҡан. Проект Евразия милли мәғариф үҙәге грантына тормошҡа ашырыла.


Ғалимдар фекеренсә, яңы материалдан протез кеше организмы өсөн яҡшыраҡ тәьҫир итә һәм уны һәр кемгә шәхсән эшләп була. Проект профессор Юлия Кжишковская менән медицина университетының травмотология һәм ортопедия кафедраһы доценты Азат Билалов етәкселегендә эшләй.

 

Һөйәк керамик имплантын эшләү өсөн КТ томография яһала. Заманса һанлы технологиялар һәм аддитив производство, йәки 3 Д принтер ярҙамында баҫыла. Бөтә һынауҙар төбәк етәксеһе грантына Башҡорт дәүләт медицина университетында булдырылған Алдынғы биомедицина технологиялары лабораторияһында үтә. Бында керамик материалдар етештерелеп һынала. Һанлы моделдәр һәм компьютер ярҙамында уның тән туҡымаларына тәьҫире ҡарала. Лаборатория хеҙмәткәрҙәре травматологияла ҡулланыу өсөн төрлө ҡулайламалар ҙа етештерә.

https://bash.news/bash/news/190908-titan-protez-urynyna-keramika

Яндекс.Метрика